Конкурс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Положениеға ярашлы, урындарҙа еңеүселәрҙең ғилми-тикшеренеү эштәре ойоштороу комитетына ебәрелергә тейеш.
Ғинуар каникулдарын һәм конкурсты ойоштороусылар адресына килгән бик күп үтенестәрҙе иҫәпкә алып, ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 февралгә тиклем оҙайтылған, ә ғилми-тикшеренеү эштәрен 10 мартҡа хәтлем тапшырырға кәрәк.
Конкурсҡа йомғаҡ апрель уртаһында – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан яһала.
Бөйөк Еңеү йылъяҙмаһының сағыу биттәрен — фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең биографияларын һәм шәжәрәләрен яҙыу маҡсатында ойоштороу комитеты конкурстың төбәк этабын үткәреү өсөн яуаплыларға социаль әһәмиәтле бәйгелә йәш быуындың ҡатнашыуы буйынса эште әүҙемләштереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.
Башинформ.