Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар 2020, 18:38
Республиканың ун тауары «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһына индерелә
Башҡортостандың ун продукты «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһына индерелә.
«Улар икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары, башҡорт сәк-сәге һәм бауырһаҡ, әҙер беренсе һәм икенсе ризыҡ, шулай уҡ профессиональ һауыт-һаба һәм фарфор изделиелар етештереүселәр», — тип хәбәр итте Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проект республикала 2013 йылдан алып үҫешә. Әле ул 403 аҙыҡ-түлек етештереүсене һәм 41 аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙән етештереүсене берләштерә.
Проектта башлыса кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар, икмәк-күмәс изделиелары, колбаса, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙәр, шулай уҡ бал, сәй, еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа продукция бар.
Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 444 диплом бирелгән, шуларҙың 96-һы 2019 йылда аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған әйберҙәр етештереүсегә тапшырылған.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектына инеү һәм сараларҙа ҡатнашыу бушлай, йәғни республика етештереүселәренән аҡса һалыу талап ителмәй.
Аҙыҡ-түлеккә «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйыуға рөхсәт алыу өсөн ғаризаны проекттың рәсми сайтында
http://productrb.ru
йәки 8 (347) 282-97-30 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин