Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2020, 15:22

50-не тултырғас, нимәнән баш тартырға кәрәк?

Йәш олоғайыу менән организмда төрлө проблемалар ҙа килеп тыуа.

Шуға күрә, тәү сиратта, ашау-эсеүҙе контролдә тоторға кәрәк.
Татлы газлы һыу
Уның составында шәкәр күп, һыуһынды баҫмай, бер ниндәй файҙаһы ла юҡ. Мәҫәлән, кока-кола банкаһында уртаса 6-8 ҡалаҡ шәкәр бар. Был өлкән кеше өсөн бер көнлөк норманан артып китә. Рационға артыҡ уг­леводтар өҫтәлә, матдәләр алмашыныуы боҙола. Шуға күрә диабет ҡурҡынысы янауы ихтимал.
Пакеттарҙағы кофе
Составында бер файҙалы нәмә лә юҡ. Уны даими ҡулланыу атеросклероз үҫешенә килтерә.
Алкоголь
Баш мейеһенә яҡшылап эш­ләргә ирек бирмәй, хәтерҙе насарайта. Был илленән һуң үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙертә.
Еләк-емеш һуттары
Магазинда һатылғандары тураһында һүҙ ҙә юҡ. Улай ғына түгел, хатта үҙең яһағанынан да баш тартырға кәрәк. Ни өсөнмө? Мәҫәлән, бер стакан һут алыр өсөн уртаса дүрт әфлисун кәрәк. Организмға бер юлы күпме шул тиклем күп күләмдә йыйылған фруктозанан гликемия башланырға мөмкин. Еләк-емеште былай ғына ашағанда артыҡ ҡурҡынысы юҡ. Әммә самаһын белергә кәрәк.
Читайте нас: