Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 11:45

Табиптарға һәм ғалимдарға артабан һатып алыу мөмкинлеге менән торлаҡты ҡуртымға алыу хоҡуғы бирелә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 30 ғинуарҙа «Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» республика законына үҙгәрештәр ҡабул итергә йыйына.

2017 йылдың авгусында республикала 2025 йылға тиклем яңы ярҙам сараһын – йәшәргә яраҡлы торлаҡты ҡуртымға биреүҙе һәм уны 15 йыл дауамында бүлеп түләү шарты менән һатып алыуҙы күҙ уңында тотҡан Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү концепцияһы раҫланды.
Яңы механизмды табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыу планлаштырыла. Йәш ғалимдарға – 35 йәшкәсә фән кандидаттарына һәм 40 йәшкә тиклемге фән докторҙарына ла шундай хоҡуҡ бирелә.
«Беҙ кешелек капиталын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Республиканың етештереү ҡеүәте интеллектуаль потенциалға бәйле».
Схеманы индереүҙә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды ҡатнаша. Фонд ҙур предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итер һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һатыр тип планлаштырыла (ағымдағы йылдың беренсе кварталына уның бер квадрат метры 43 мең һум тора).
Шулай уҡ Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының торлаҡты муниципаль йәки дәүләт милкенә тапшырырға мөмкин, был республикала махсуслаштырылған торлаҡ фондын булдырырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Башинформ.
Читайте нас: