Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына никахтарын теркәүҙе һорап 262 ғариза бирелгән, 99-ы – Өфө ҡалаһында.
22 февраль көнө кесаҙнаға тура килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр тап ошо көндө һайларға ҡарар иткән. Ғөмүмән, никахлашыусылар матур даталарҙы, бәхетле тормоштоң башы тип иҫәпләп, алдан ҡарап, планлаштырырға ярата. Өҫтәүенә бындай көндө иҫтә ҡалдырыуы еңел.
Тик психологтар календарь көндәренән бигерәк, бер-береңә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Тотороҡло никахтың нигеҙендә бары ихтирам, түҙемлек һәм һөйөү ятҡанын йәштәр хәтерендә тотамы икән? ЗАГС хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу көндәр башланды. 20 февралдән тыш, 22 февралдә лә никахлашыусылар күп. Кейәү һәм кәләштәргә бәхет теләйбеҙ!