Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2020, 13:15

Ҡандағы шәкәр кимәлен ниндәй йәшелсә кәметә?

Ул күҙ йәштәребеҙҙе түктерһә лә, теге йәки был ризыҡты әҙерләгәндә алыштырғыһыҙ. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр әйтеүенсә, дөрөҫ ҡулланғанда, сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы. Бигерәк тә ҡыҙыл һуған дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Уның составындағы дисульфидтар бактерияларҙы үлтереүгә һәләтле, ҡандағы шәкәр менән холестеринды кәметә, организмды яман шештән һаҡлай, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.

Ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөргә айырыуса бешкән һуған ярҙам итә. Быны файҙаһын күргән кешеләр әйтә.

Һуғанды әрсеп, микротулҡынлы мейескә, йәки ҡабығы менән газ мейесенә, ҡайнар ауыл мейесенә ҡуйып бешерергә кәрәк. Тәүгеһендә биш минутта әҙер булһа, башҡа төрлө мейестәрҙә 15-30 минут тоторға кәрәк булыр. Бешкән һуғандың, белеүегеҙсә, еҫе лә, әсеһе лә ҡалмай. Уны көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында ашарға була. Ҡандағы шәкәр нормаға килгәс, иҫкәртеү маҡсатында ашап торорға кәрәк. Ә организмды тыңлаһаң, ул ҡасан нимә кәрәклеген үҙе һиҙҙерә.

Ҡан баҫымығыҙ юғары булһа, белгестәр сей һуған ашарға кәңәш итә.

Фото: "Бәйләнештә".

Читайте нас в