Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2020, 13:30

Бер һөйләм менән генә...

Һеҙгә бер нисә төрлө матурлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ:

1. Биттәге йыйырсыҡтарҙы булдырмау өсөн битегеҙгә бал һөртөгөҙ!

2. Йоҡлар алдынан күҙ тирәһенә кастор майы һөртөү файҙалы.

3. Сәсегеҙ ҡойолһа, дегәнәк төнәтмәһе һөртөгөҙ .

4. Лимон ҡалдыҡтары менән ҡулығыҙҙы һәм терһәктәрегеҙҙе ыуығыҙ.

5. Ҡул тиреһе шауҙырлап торһа, крахмал ышҡығыҙ.

6.Пудрағыҙ ҡапыл бөтөп ҡалһа, крахмал ҡулланырға була

7. Сәсегеҙ майлы булһа, ҡара заварка ышҡығыҙ.

8. Кофе ҡалдығынан тәнгә пилинг эшләү ныҡ файҙалы.

9. Облепиханың яңы һығылған һуты ҡоро тирегә ныҡ

килешә (1-1,5 аш ҡ).

10. Хнаға 3-4 ҡалаҡ какао өҫтәһәң, сәс ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫкә буялыр.

11. Сәс ҡойолғанда жажоба майын көндә баш тиреһенә һөртөү файҙалы.

12. Бузина сәскәһенең төнәтмәһе тирене йомшарта һәм дымлай.

13. Ҡоро тирене дымлау өсөн жажабоны бер аҙ һыу менән татытып һөртөү яҡшы.

14. Тырнаҡтарығыҙ ҡарая икән, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡыяр рассолы эсегеҙ.

15. Бит тиреһенең төҫө матур булһын тиһәгеҙ, бал+тоҙ ҡатнашмаһынан маска эшләгеҙ.

16. Лаванданың һәм сәй ағасының эфир майҙары һытҡыларҙы бөтөрә.

17. Иртән һәм кисен минераль һыуҙа бешерелгән сәй менән битте һөртөү ныҡ файҙалы.

18. Мятный сәйҙе йыш эсһәгеҙ, битегеҙ нурланып, алһыуланып торор.

19. Керпектәргә ром менән кастор майы ҡатнашмаһын һөртөү ныҡ файҙалы.

20. Битте яҡшылап таҙартыу өсөн йомортҡа һарыһы менән лимон һуты ҡатнашмаһын һөртөү ныҡ эффектлы.

21. Ҡулды йомшартыу өсөн бер үк миҡдарҙа уксус һәм көнбағыш майы ҡатнашмаһын һөртөү файҙалы

22. Йоҡлар алдынан лимон һуты менән оливковый майҙы бер үк миҡдарҙа алып, ҡатнашма менән һөртөү бик яҡшы һөҙөмтәгә килтерер.

23. Битте таҙартыу өсөн овсянка менән йогурт ҡатнашмаһы ярҙамға килер.

24. һытҡыларҙан ҡырылған алма менән бал ҡатнашмаһы ярҙам итер

25. Ауырлы саҡта растяжкалар булмаһын өсөн какао майын һөртөргә.

26. Каланхоэның яңы һығылған һутын бергә өс миҡдарҙа һыу менән бутап, аллергия урынына һөртөргә.

27. Кефирҙа татылған иран хнаһы сәстәрҙе нығытыр

28. Гречканы сәскә ышҡыу ҙа файҙалы.

29. Сәсте ҡаланайтыу өсөн бер йомортҡа һарыһын көнбағыш майы менән бутап һөртөү шәп.

30. Сәсегеҙ ҡойолһа, йыуырға бер сәғәт ҡалғас, кастор майы менән ром ҡушылмаһын баш тиреһенә һөртөргә.

31. Сәсте нығытыу өсөн кесерткән төнәтмәһен баш тиреһенә ышҡыйҙар.

32. Сәс ялтырап торһон өсөн айра, кесеркән, дегенәк төнәтмәһе ярҙамға килер.

33. Биткә көмөш ҡалаҡ менән массаж яһау иҫ китмәле эффект бирер.

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!

"Урал" гәзитенән.

Читайте нас: