Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2020, 11:25

Ҡытайҙағы студенттарыбыҙҙың хәлен белеп торабыҙ

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан студенттары Ҡытайҙа күпләп белем ала. Уларҙың хәленә бәйле республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

"Барлыҡ юғары уҡыу йорттарына ла – Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты – Ҡытайҙағы студенттары ғүмеренә хәүеф янағаны тураһында мәғлүмәт еткерелде. Күптәр сессиянан һуң каникулға ҡайтыуҙан баш тартты. Өфө дәүләт нефть техник университетында Ҡытайҙан ҡырҡ студент белем ала, уларҙың 15-е тыуған илендә практика үтә. Улар республикаға февраль башында килә, ятаҡтарға урынлашыр алдынан медицина тикшерелеүе үтәсәк".
Етәксе белдереүенсә, студенттар менән бәйләнеш тотола, уларҙың хәле яҡшы. Яҡташтарыбыҙға үҙҙәре йәшәгән провинцияларҙан сыҡмаҫҡа, күп кеше йыйылған урындарҙа булмаҫҡа кәңәш бирелгән.
Өфө аэропортында ла хәүефһеҙлек саралары күрелә. Сит илдәрҙән килгән граждандар ныҡлы тикшерелеү үтә.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешеләр именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Перминова Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтеүенсә, Ҡытайҙан килгән ике кешене ауырыуҙа шик белдереп тотҡандар, улар тикшерелә. Ведомство был сирҙе Ҡытайҙың онлайн-магазиндарынан килгән тауарҙар аша ла йоҡтороу ихтималлығы барлығын белдергәйне.
Фото: zen.yandex.ru
bash.rbsmi.ruc
Читайте нас: