Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
Общие статьи
30 Января 2020, 05:10

Әлшәй балаҫына тиңе юҡ

Рәсәйҙең 63 төбәгенең 200 проекты араһында республиканың 6 этник проекты юғары бәһаланды.

Атап әйткәндә, Әлшәй районында ойошторолған һәм ҙур уңыш менән үткән “Быуаттарҙы быуатҡа бәйләп” башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн юғары дәрәжәле дипломдар менән билдәләнде.

Конкурс халыҡтарҙың мәҙәни һәм тел үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Президенты ҡаршыһындағы Советтың милләт-ара мөнәсәбәттәр комиссияһы ярҙамы менән үткәрелде.

Фото Әлшәй районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас