Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
30 Января 2020, 17:55
Салауат мәмерйәһе имәнес яҙыуҙарҙан таҙартыласаҡ
БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ошо көндәрҙә Салауат районында эш сәфәрендә булды.
Салауат мәмерйәһе тип билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы Иҙрис мәмерйәһе вандалдар ҡалдырған яҙыуҙарҙан таҙартыласаҡ.
Был эш “Янғантау” геопаркының проектына ярашлы башҡарыласаҡ.
Белгестәр мәмерйәлә 320-ләп граффитиҙы иҫәпкә алған исемлек төҙөгән. Йәйгеһен бында көнөнә меңгә яҡын кеше килә - улар "иҫтәлеккә" яҙыу ҡалдыра. Граффитиҙың күбеһе һуңғы 20 йыл эсендә лак буяуы менән төшөрөлгән. Шуныһы үкенесле, ҡайһы бер яҙыуҙар боронғо һүрәттәр өҫтөнә эшләнгән.
Иҙрис мәмерйәһе федераль әһәмиәттәге археологик ҡомартҡы һанала. 1930-сы йылдарҙа уҡ унда ҡыҙыл охра менән төшөрөлгән 6 антропоморф һүрәт табылған. Әлеге ваҡытта ғалимдар мәмерйә биләмәһендә энеолит осорона ҡараған 14 һүрәт төркөмө тапты.
Фото: Н. Григорьев.
yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
2 Июля , 11:11
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Файҙалы эштәр йылы
6 Июля , 09:56
Тырыш ҡулдар арыу белмәй!
Общие статьи
30 Июня , 13:35
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"