Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар 2020, 22:45

Стәрлетамаҡта Биишева уҡыуҙары үтәсәк.

Ул Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылына арнала.

16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында "VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары" тип аталған республика ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Сараны филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ойоштора. 10-11-се класс уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призер дипломы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ҡабул иткәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнә.
Конференцияла башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телдәрендә сығыш яһарға мөмкин.
Читайте нас: