Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 11:25

Көнбағыш ҡабығын да һорайҙар

Күмертау ҡалаһында етештерелгән көнбағыш майы Балтик буйы илдәренә, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға оҙатыла.

Былтыр Ҡытайға ла юл асылды. Эскпортҡа һатылған 35 мең тонна майҙың тәү тапҡыр дүрт мең тоннаһы Ҡытайға киткән.
Предприятиеның башҡа продукцияһын да сит илдәр ҙур теләк менән ала. Мәҫәлән, бында көнбағыштың ҡабығын да әрәм итмәйҙәр – махсус рәүештә эшкәртеп, яғыулыҡ пеллетын эшләйҙәр. Уны башлыса Европа илдәре һатып ала – мейес яғыу өсөн бик ҡулайлы. Әммә пиллетҡа республикалала ихтыяж ҙур. Быйыл завод сит ил баҙарының географияһын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Улар барыһы ла "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы башҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә: "Экспортты киңәйтеү, сит баҙарға сығыу – көнәркәшлеккә һәләтле эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткесе", – тип билдәләне.
Читайте нас в