Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 10:40

Коронавирус Владимир Путинға Ҡытайға барырға ҡамасауламаҫмы?

Хәбәр итеүҙәренсә, коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарамаҫтан, Рәсәй Президентының Ҡытайға сәфәре әүәлгесә планлаштырыла.

Дәүләт башлығының матбуғат секретары әйтеүенсә, сәфәр йылдың икенсе яртыһына күҙалланғайны, әлегә ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөлмәй. Президент сир тураһында даими хәбәрҙар. Илебеҙҙә коронавирустың киҫкен таралыу хәүефенә килгәндә, Песковтың фекеренсә, был һорауҙы оператив штабҡа бирергә кәрәктер.
“Рәсәйҙә ике кешенең коронавирус менән ауырыуы хаҡында беләһегеҙ. Башҡа осраҡтар асыҡланмаған. Әле тейешле саралар күрелә”, – тине ул.
Кремлдә әйтеүҙәренсә, был сир Ҡытай менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәргә, шул иҫәптән иҡтисади бәйләнештәргә йоғонто яһамаясаҡ.
Фото: ria.ru
Читайте нас: