Хәҙер күп һатыусылар электрон үлсәүҙәрҙән файҙалана.
Ләкин улар менән бәхәсләшеп булмай, беҙҙе алдай алмайҙар, тип уйламағыҙ. Заман алға бара – улар ҙа яйын таба. Шул тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн бына был кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.
Барыбыҙҙың да телефоны бар, бына ошо үҙегеҙ ышанған, ялған һандар күрһәтмәй торған бизмән менән үлсәп ҡуйығыҙ. Баҙарҙа һеҙҙе алдарға теләүҙәрен тойһағыҙ, кеҫә телефонығыҙҙың ауырлығын тикшереп ҡарағыҙ.
Бына шул рәүешле һатыусының ҡапҡанына эләкмәҫһегеҙ!