Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 10:43

Умартасылар осрашасаҡ

Башҡортостан умартасыларының икенсе съезы Өфөлә 8 февралдә үҙасаҡ.

Уны Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы республиканың "Башҡортостан умартасылары" ижтимағи төбәк ойошмаһы менән берлектә ойоштора.

Сарала республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Рәсәй умартасылары ассоциацияһы вәкилдәре, эксперттар, ғалимдар, республика умартасылары ҡатнашасаҡ.

Съезда әлеге өлкәне үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡк һәм 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се "Апимондия" Халыҡ-ара конгресына әҙерлек тураһында һүҙ буласаҡ.

Был сара Владимир Путин билдәләгән дөйөм дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә тағын бер этәргес буласаҡ.
Читайте нас: