Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2020, 15:50

«Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ»

Өфөлә «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2019» тип аталған сираттағы халыҡ-ара әҙәби-урнир сәнғәт конкурсы булып уҙҙы.

Ул Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығына, Башҡортостан Республикаһында Театр йылына hәм М.Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фондының 15 йыллығына бағышланғайны. Быйыл унда Рәсәйҙең туғыҙ ҡалаһынан, республиканың 15 районынан, сит илдәрҙән (Молдова, Македония h.б.) 200 кеше ҡатнашты. М.Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды 2004 йылда барлыҡҡа килгән. Уның Екатеринбургта филиалы бар, беренсе халыҡ шағиры, татар hәм башҡорт әҙәбиәте классигы Ғафури районының Елем-Ҡаран ауылында тыуған. Был фонд Башҡортостан Республикаһы территорияһында hәм унан ситтә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни hәм интеллектуаль мираҫын һаҡлау hәм арттырыу, М.Ғафури әҫәрҙәрен hәм ижади мираҫын пропагандалау, уның иҫтәлеген мeңгеләштереү өсөн булдырылған. Фонд директоры Мадриль Абдрахман улы Ғафуров, халыҡ-ара журналист, шағир, СССР hәм Рәсәй журналистары берлегенең халыҡ-ара премиялары лауреаты. Конкурстың координаторы — Мәжит Ғафури ейәненең әсәһе Люциә Мөзакир ҡыҙы Камаева (Ғафури), конкурстың жюри рәйесе — Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы. Конкурсты ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында «Мәжит Ғафури — XXI быуат «Мәҙәниәт фонды» төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Бәйгенең партнерҙары: М. Ғафури исемендәге Свердловск башҡорт hәм татар мәҙәниәте йәмғиәте, Өфө hәм Елем -Ҡарандағы Мәжит Ғафури мемориаль музей-йорто, «Евразия клубы» (Шумен ҡалаһы, Болгария). Конкурсты уҙғарыуҙа Башҡортостан Республикаһының «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Өмөт», «Татар дoнъяһы» (Мәскәү ҡалаһы) гәзиттәре h.б. мәғлүмәт туплауҙа ярҙам күрһәттеләр.
Конкурста ҡатнашыусылар М. Ғафури әҫәрҙәре мотивтары буйынса төрлө номинацияларҙа видеояҙмалар, ижади эш ебeрергә тейеш ине. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашты. Конкурстың координаторы Люциә Камаева (Ғафури) саҡырыуы буйынса беҙ Өфөлә Актерҙар йортонда уҙған конкурстың финал гала-концертында ҡатнашыу өсөн барҙыҡ. Программала иң яҡшы ҡатнашыусылар, шулай уҡ ҡунаҡтар — яҙыусылар, артистар сығыш яһаны, халыҡ шағирының әҫәрҙәре буйынса сәнғәт ижады күргәҙмәһе, М. Ғафуриҙың Мемориаль музей-йортона барыу ойошторолдо. Беҙҙең ҡаршыла Ғафури районының Елем-Ҡаран ауылында Мәжит Ғафури музей-йорто етәксеһе, шағирҙың йыраҡ туғаны 83 йәшлек Зәйтүнә апай сығыш яһаны. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул йырлай, Ғафури шиғирҙарын яттан уҡый.
Һәм бына иң тулҡынландырғыс миҙгел: «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2019» конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Еңеүселәр hәм призерҙар араһында беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла бар ине. Йылбулаҡтамаҡ ауылы урта мәктәбенең 2 класс уҡыусыһы Лиана Йәғәфәрова hәм 3 класс уҡыусыһы Ирина Хәмитова I дәрәжә диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде. Етәксегә уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгәне hәм уның ижадын популярлаштырғаны өсөн рәхмәт хаты тапшырылды. Сәфәр ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булды. Конкурсты ойоштороусыларға hәм партнерҙарға, республика башҡалаһына барыуҙа ярҙам күрһәткән ата-әсәләргә, мәктәп етeкселегенә ҙур рәхмәт әйтке килә.
Минегөл Төхбәтуллина,
Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Фото шәхси архивтан.
Читайте нас: