Рейтингыға Numbeo базаһы мәғлүмәттәре буйынса, магазин, ресторан һәм кафе, йәмәғәт транспорты, коммуналь хеҙмәттәр хаҡтары иҫәпкә алынған. Рейтингының беренсе биш урынын Швейцария ҡалалары алған — Цюрих, Базель, Лозанна, Женева, Берн. Рәсәй ҡалаларынан иң юғарыла Мәскәү килә — 251 урын, Владивосток (275), Санкт-Петербург (284), Түбәнге Новгород (306), Волгоград (316), Екатеринбург (318), Красноярск (322), Самара (324), Дондағы Ростов (327), Калининград (329), Новосибирск (330), Иркутск (336), Ҡазан (340), Пермь (342), Өфө (343), Краснодар (350), Силәбе (351), Һарытау (353), Томск (357), Ижевск (366).