Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2020, 00:10

Автобус водителдәре битлек кейеп эшләргә тейеш

Ведомство бойороғона ярашлы, уларға «транспортта һауаны зарарһыҙландырыу ҡулайламаһының төҙөклөгөн тәьмин итеү», халыҡ күп йыйылған урындарҙа һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ҡулайламаларҙы файҙаланыу һәм поездарҙа дезинфекция режимын көсәйтеү бурысы йөкмәтелде.Бынан тыш, республикала пассажирҙарҙар менән эшләгән һәр кемде медицина битлектәре, бирсәткәләр һәм тән тиреһе антисептиктары менән тәьмин итергә ҡушылды.Документта билдәләнеүенсә, «Башавтотранс» етәкселегенә «автовокзалдарҙы тепловизорҙар менән йыһазландырыу тураһында мәсьәләне ентекләп өйрәнергә» йөкләмә бирелде.Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән зарарланғандарҙың дөйөм һаны 35 000 кешегә яҡынлаша, 700-ҙән ашыуы вафат булған.Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы быны халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныны. Бөгөн Ухань ҡалаһында коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалау өсөн икенсе госпиталь файҙаланыуға тапшырылды. http://www.bashinform.ru/

Ведомство бойороғона ярашлы, уларға «транспортта һауаны зарарһыҙландырыу ҡулайламаһының төҙөклөгөн тәьмин итеү», халыҡ күп йыйылған урындарҙа һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ҡулайламаларҙы файҙаланыу һәм поездарҙа дезинфекция режимын көсәйтеү бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, республикала пассажирҙарҙар менән эшләгән һәр кемде медицина битлектәре, бирсәткәләр һәм тән тиреһе антисептиктары менән тәьмин итергә ҡушылды.
Документта билдәләнеүенсә, «Башавтотранс» етәкселегенә «автовокзалдарҙы тепловизорҙар менән йыһазландырыу тураһында мәсьәләне ентекләп өйрәнергә» йөкләмә бирелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән зарарланғандарҙың дөйөм һаны 35 000 кешегә яҡынлаша, 700-ҙән ашыуы вафат булған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы быны халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныны. Бөгөн Ухань ҡалаһында коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалау өсөн икенсе госпиталь файҙаланыуға тапшырылды.
Читайте нас: