-1 °С
Болотло
Осрашыуҙа беренсе сәй кооперативы башлығы Серафим Тимченко Владимир Владимировичтан ниндәй сәйгә өҫтөнлөк биреүе тураһында һорағайны. Президент иһә ғәҙәти сәй һәм ҡәһүә урынына Алтай үләндәре йыйылмаһын эсеүе хаҡында әйтте. “Алтайҙа үҫкән төрлө үләндәрҙән әҙерләнгән эсемлекте бик яратам”, – тине ул.
Владимир Путин Рәсәйҙә ауыл хужалығы ерҙәрен башҡа ихтыяждар өсөн күсереүҙәрен билдәләне. Тимченко әйтеүенсә, сәй үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәргә бәйле мутлыҡ ҡылыуҙар байтаҡ, был, үҙ сиратында, сәйҙең хаҡына ҙур йоғонто яһай. Президент ауыл хужалығы министрына хәлде етди тикшерергә ҡушты.
Фото: osnmedia.ru