Улар мина эҙләгән. Мина эҙләүсе эттәрҙе сапер эттәр тип йөрөтәләр. Эттәр, шулай уҡ, фронттың алғы һыҙығына боеприпастар ташыған, кәрәкле документтар алып барған.
Эттәр дошман танкыларын шартлатҡан. Һуғышта уларҙы һаҡсы итеп тә ҡулланғандар.
Санитар эттәр булған. Улар яралы һалдаттарҙы бик тиҙ эҙләп тапҡан һәм яу яланынан һөйрәп алып сыҡҡан йә, тауыш биреп, шәфҡәт туташын саҡырған.
Шулай итеп, дуҫтарым, Совет Армияһында һуғыш осоронда бөтәһе 700 меңдән ашыу эт ҡатнашҡан һәм меңләгән һалдатты үлемдән һаҡлап алып ҡалған. Шуға ла уларҙы “дүрт аяҡлы һалдат” тип йөрөткәндәр.
Хәҙерге заманда ла эттәр армияла хеҙмәт итә, мөһим хәрби заданиелар башҡара.
Эт – кешенең тоғро дуҫы ла, ярҙамсыһы ла. Хужалыҡта ла уларҙың ярҙамы ҙур. Элек-электән эттәр кешеләр менән һунарға йөрөгән, көтөү көтөшкән, торлаҡтарын һаҡлаған.
Башҡортостан "Юлдаш" каналынан.