+11 °С
Болотло
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. “Юҡ, был турала бөтөнләй һүҙ булманы. Союздаш дәүләт сиктәрендә интеграцияны тәрәнәйтеү хаҡында һөйләштеләр”, – тине ул.
Bloomberg агентлығы белдереүенсә, имеш Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһар алдынан, Белоруссия Президентын Союздаш дәүләт төҙөү тураһындағы килешеүҙе “тергеҙергә” тәҡдим иткән. Агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, ниәт барып сыҡһа, йәнәһе Путин, президентлыҡ срогын сикләүҙе урап үтеп, яңы Союздаш дәүләттең башлығы була алыр ине, тик Лукашенко идеяны хупламаған, һөҙөмтәлә Мәскәү Минскиҙы ташламалы шарттарҙа нефть менән тәьмин итеүҙән баш тартҡан.