Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
14 Февраля 2020, 08:55

Һыуытҡыстың туңдырыу камераһын нисек таҙартырға?

Йыуыу-таҙартыу эштәренә тотонғансы, электр утынан өҙөп торорға: юҡһа техникаға зыян киләсәк

* Һыуытыу камераһы ҡырыйҙарында хасил булған боҙҙо бысаҡ-маҙар менән ҡайырып-ҡуптарып алырға ярамай: эске каналдары боҙолорға мөмкин. Боҙ киҫәктәре үҙҙәре ҡубып төшөргә тейеш
* Ит, туңдырылған еләк-емеш һ.б. һыуытыу камераһынан төбөнә гәзит йәки башҡа ҡағыҙ йәйелгән һауытҡа бушатырға һәм өҫтөн ҡалыныраҡ таҫтымал менән (бер нисә ҡат) ҡаплап торорға кәрәк. Былай эшләгәндә, туңдырылған продукттар иремәйенсә ҡала.
* Иң яҡшыһы – ярты литр һыуға 1 ҡалаҡ сәй содаһы (һауыт-һаба йыуыу шыйыҡсаһы ла ярай) ҡушылған иретмә яһап, йомшаҡ сепрәк менән йыуыу.
* Һыуытыу камераһын йыуыу өсөн порошок һымаҡ йәки майлы таҙартыу саралары, төрлө ағартҡыстар ҡулланырға ярамай.
* Һыуытҡыстың артҡы өлөшөн ярты йылға бер тапҡыр туҙан һыуыртҡыс менән (тар насадкаһын ҡуйып) таҙартып алырға. Йылылыҡ алышыныу приборына (теплообменник) туҙан кереп тулған осраҡта, йылылыҡ энергияһы насар “ырғытыла” башлай. Был иһә һыуытҡыстың ваҡытынан алда сафтан сығыуына килтереүгә мөмкин.
* Ишегенең прокладкаһын тикшерергә онотмағыҙ. Уныһын да ярты йылға бер тапҡыр һабынлы һыуҙа сылатылған сепрәк йәки иҫке теш щеткаһы менән йыуып алырға кәрәк.
Ризыҡтарҙы нисек тултырырға?
Һыуытыу камераһына кире тултырғанда, продукттарҙы бер-береһенә бик яҡын килтереп һәм камераның артҡы өлөшөнә, ҡырыйына терәтеп үк түгел, бәлки, бушыраҡ итеп тултырырға. Һауа йөрөү өсөн һәм продукттарҙың тигеҙ “туңыуы” өсөн шулай кәрәк.
Еләк-емеш, йәшелсәне һ.б. һауыттарға һалып һаҡлау өсөн тишекле контейнерҙар йәки селтәрле кәрзиндәр һайлап алырға тырышығыҙ. Әлеге лә баяғы – һауа инһен өсөн.
КӘҢӘШ:
Прокладкаһының герметиклығын тикшереү өсөн, һыуытҡыс ишеген асып, 100 һумлыҡ аҡса ҡуйып, ябығыҙ. Шунан аҡсаны алып ҡарағыҙ. Ҡул тейеүгә үк төшөп китһә, прокладканың ныҡлығы бөткән, алыштырырға кәрәк, тигән һүҙ.
Читайте нас