Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
16 Февраля 2020, 08:02
Аҡыллы иҫәрҙән нимәһе менән айырыла?
Бер заман уҡыусы остазына килеп: - Әйтегеҙсе, аҡыллы кеше иҫәрҙән нимәһе менән айырыла? - тип һорай.
Уҡытыусы ҡояшлы иртәлә тыныс ҡына, йәшел сәй эсеп, мәңгелектең серҙәре тураһында уйланып ултырған була. Уҡыусыһын бейек тау эргәһен әалып килә лә, ҡая башынан тәгәрәп төшкән төрлө ҙурлыҡтағы таштарға күрһәтеп:
- Ошо таштарҙы ҡая башына кире ташы, - ти.
Таштар бик күп була, шуға ла уҡыусы уларҙы көнө буйы тиерлек ташый. Ә аҡыл эйәһе, ағас күләгәһенә ятып китап уҡый.
Уҡыусы бик ныҡ арый, шулай ҙа ҡояш байыуға ул таштарҙы ҡая башына ташып бөтә. Уҡытыусыһ эргәһенә ғорурлыҡ менән килеп баҫа ла:
- Хәҙер һорауыма яуап ала аламмы? - тип һорай.
- Юҡ, тип башын сайҡай остазы, - һин әлегә әҙер түгел.
- Улай булғас, ул таштарҙы ташыу нимәгә кәрәк булды? - ти асыуланып егет.
- Бына, - тип һуҡ бармағын күтәрә уҡытыусы, аҡыллы кеше был һорауҙы таштарҙы ташый башлағанға тиклем бирер ине...
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"