Машина Малаяҙ район үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы оҙатыуында Мәсәғүттәге үҙәк дауаханаға тикшеренеү үтергә өс ауырлы ҡатынды алып китеп барған. Авария урынына икенсе ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртылған. Тик ул килгәнсе, табип һәм пациенттар уҙғынсы машинаға ултырып киткәндәр.
Бәхеткә, уларҙың береһе лә йәрәхәтләнмәгән. Ауырлы ҡатындар Мәсәғүт район дауаханаһында тулыһынса тикшеренеү үтәчәк. Юл һәләкәтенең сәбәптәре асыҡлана.