Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль 2020, 13:38

Ай календары. Помидор һәм ҡыяр рассадаһын ҡасан ултыртырға?

Февралдең һуңғы декадаһын баҡсасылар сезоны башланыуы тип иҫәпләргә лә була

Был ваҡытта теплицаларға, йә асыҡ грунтҡа сығарып ултыртыр өсөн үҫенте әҙерләй башлайҙар. Тәжрибәле баҡсасылар ҡыяр, помидор, борос, кәбеҫтә, сельдерей орлоҡтарын сәсә башлай.
Күп баҡсасылар, орлоҡтарҙың шытып сығыуы һәм йәшелсәләрҙең уңдырышлылығы юғары булһын өсөн, ай календарына таяна һәм баҡса эштәренә уңышлы көндәрҙе иҫәпләп сығара.
Ай календаре буйынса февралдә уңышлы көндәр:
Ай фазаларына ярашлы, 18-20 февралдә рассада үҫтерер өсөн тупраҡ әҙерләйҙәр. Баҡсасылар фекеренсә, орлоҡтар һәм үҫентеләрҙе 25-һендә һатып алырға. Рассадаға орлоҡтарҙы ике ваҡыт арауығында: йә 18-20 февралдә (орлоҡтар һатып алынған булһа), йәки 25 февраль-1 мартта сәсеү яҡшыраҡ.
2020 йылдың Ай календары. Помидор һәм ҡыяр рассадаһын ҡасан ултыртырға?
Ай календары буйынса, 25-28 февралдә - помидор, борос, баклажан орлоҡтарын, 24-29 февралдә сәскәләр сәсергә кәрәк. 28 февралдән алып 1 мартҡа тиклем - теплицаға сығарып ултырта торған иртә өлгөрөүсе йәшелсәләрҙе сәсеү өсөн уңышлы көндәр.
Рассада сәсеү өсөн 22-23 февраль уңышһыҙ тип иҫәпләнә.
Читайте нас: