Дим буйҙары
+30 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
18 Февраля 2020, 06:40
Электрон әйләнешкә күсергә ваҡыт
1 июлдән алып Башҡортостан Социаль страховка фонды аҡсаһын туранан-тура түләүгә күсәсәк.
Пособие страховкаланған эшләгән граждандарҙың шәхси банк иҫәбенә күсереләсәк. Был турала оператив кәңәшмәлә Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасаһы Марат Латипов һөйләне.
Шулай итеп, эшләгән граждандарға бәйле ҡануниәт нигеҙендә, фондтың төбәк бүлексәһенең дөйөм 16 миллиард һумлыҡ сығымдарының 13 миллиард һумы туранан-тура түләү сифатында йүнәлтеләсәк. Йыл һайын уны бер миллиондан ашыу кеше ала аласаҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының яртыһынан күбеһе электрон рәүештә бирелә. Әммә эш биреүселәрҙең бөтәһе лә ошоға тиклем электрон хеҙмәттәшлеккә күсмәгән.
– Бөтә документтар әйләнешен дә ҡағыҙҙан электрон рәүешкә күсерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Кешеләр медицина анализдары һөҙөмтәһен электрон почта аша алырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"