Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2020, 15:20
Машина хаҡтары арта
Һатыусылар уйлауынса, быйылғы йылдың дүртенсе кварталынан башлап машина һатып алырға теләүселәрҙең һаны бермә-бер артасаҡ. Улар фекеренсә, кешеләр артабан, хаҡтар артыуҙан ҡурҡып, транспорт сараһын тиҙерәк һатып алырға тырышасаҡ.
Ағымдағы йылдың беренсе яртыһында Рәсәйҙә еңел автомобилдәрҙең уртаса хаҡтары 3,5 процентҡа артҡан. «Улар артабан да артасаҡ, сөнки етештереүселәр курс айырмаһын ота алманы», – тигән «Автостат» белгестәре.
«АвтоСпецЦентр Hyundai» компанияһының гендиректоры Алексей Потапов әйтеүенсә, 2014 йылдың декабренән башлап, (был ваҡытта доллар ике тапҡырға артты) барлыҡ автокомпаниялар ҙа курс динамикаһын айлап күҙәтә. Һәм ошо ваҡыт эсендә доллар 10 процентан артһа, улар хаҡты күтәрергә хоҡуҡлы. Аҙыраҡ булғанда тәьҫир итмәй. Йәғни августагы валюта баҙарындағы үҙгәрештәр буйынса сентябрҙә хаҡтар күтәрелеү ихтималы бар.
фото
auto.ria.com
http://shahrikazan.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"