“Берҙәм Рәсәй” партияһы Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорттарға алтаҡталар ҡуясаҡ. Был эш былтыр уҡ башланды – Киров һәм Ленин районында ошондай яҙыуҙар барлыҡҡа килде.
“Был ыңғай тәжрибәне Өфөнөң башҡа райондарында ла дауам итергә булдыҡ. Кешеләр үҙҙәренең йортонда, подъезында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгәнен белергә тейеш. Ветерандарыбыҙ күп ҡалманы: Яңы йыл алдынан 385 кешене ҡотлаһаҡ, әле 355-е генә иҫән”, – тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары, Өфө ҡала башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.
Партия юбилейға “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы шефлыҡҡа алыу” проектын ғәмәлгә ашыра башланы. Уға ярашлы, партияның депутаттар корпусы, активистары ветерандарға барып, уларҙың көнүҙәк мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙамлашасаҡ.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәтенән.