Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 23:45

Алманы бешереп ашайбыҙ

Инглиздәр, көнөнә бер алма ашау күп сирҙәрҙе оноттора, ти. Әммә яңы өҙөп алынған алманы барыһы ла рәхәтләнеп ашай алмай, мәҫәлән, ул ашҡаҙан сирҙәре, язва булған осраҡта ҡәтғи тыйыла.

Бешерелгән алма витаминдар йәһәтенән яңыһынан бер яғы менән дә ҡалышмай, киреһенсә, ул калий һәм магнийға байыраҡ. Бәләкәс балаларға һәм оло йәштәгеләргә лә ҡурҡмай бирергә була, сөнки дисбактериоз, газ йыйылыу кеүек күренештәрҙе барлыҡҡа килтермәй.

Алмаларҙың уртаһын алып, бер ҡалаҡ бал һәм бер балғалаҡ аҡ май һалығыҙ. Оҡшаһа, дәрсен (корица) һибергә мөмкин. 180 градус эҫелектәге мейестә 20-30 минут бешерергә. Бал урынына шәкәр, йөҙөм, күрәгә кеүек кипкән емештәр ҡулланырға ла була.

Фото: m.povar.ru
Читайте нас в