Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 10:05

Кеше организмы ваҡыт ағышындағы тәбиғи ритмдарға яраҡлашып йәшәй.

Шуларҙың береһе – аҙна. Боронғо замандарҙа уҡ астрологтар аҙна көндәренең ете планетаға тап килеүен асыҡлаған.

Йәкшәмбе (Ҡояш көнө) – организмдың йәшәү көсө башҡа көндәргә ҡарағанда дәртлерәк, ҡеүәтлерәк.
Дүшәмбе (Ай көнө) – һүлпәнлек арта, ихтыяр кәмей.
Шишәмбе (Марс көнө) – ҡыҙып барыусанлыҡ, ярһыу көсәйә.
Шаршамбы (Меркурий көнө) – нервы системаһы эшмәкәрлеге шәбәйә, фекерләү һәм аңлау һәләте арта.
Кесе йома (Юпитер көнө) – аралашыу, бәйләнешкә инеү ынтылышы көсәйә.
Йома (Венера көнө) – хис-тойғо нескәрә, һиҙемләү арта.
Шәмбе (Сатурн көнө) – психик хәлһеҙлек күҙәтелә. Яңы көс тупланыла.
Эштәрегеҙҙе планлаштырғанда көндәрҙең үҙенсәлеген иҫәпкә алыу хәйерле. Мәҫәлән, шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә көсөргәнешле, бәхәсле хәлдәрҙән һаҡланығыҙ.
Ҡиммәтле әйберҙәр һатып алыу өсөн дүшәмбе, шаршамбы, кесе йома ҡулайлыраҡ. Ә йома көнө, киреһенсә, кәрәкһеҙ сығымдар яһау ихтималы бар.
Йәкшәмбелә тормош мәшәҡәттәренә суммай, ял итеү отошлораҡ.
Читайте нас в