Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
21 Февраля 2020, 18:30
Киҙеүҙән һаҡланыу өсөн лимон ашағыҙ!
Был цитрус емешенең кеше организмы өсөн файҙаһын, уның витаминдарға бай булыуын, иммунитетты күтәреүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Һалҡын тейгәндә, тымаулағанда лимонлы сәй эсеү генә лә хәлде еңеләйтеп ебәрә
Лимон гиповитаминоз, авитаминоз, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, ревматизм, атеросклероз, ангина, юғары ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙән яҡшы дауа һанала. XI быуатта уҡ Әбүғәлисина йөрәк сирлеләргә, ауырлы ҡатындарға һәм һары ауырыуы йоҡторғанда лимон ашау файҙалы булыуын яҙып ҡалдырған. Ҡышҡы йылытыу миҙгелендә бүлмәләрҙә һауа эҫе, ҡоро була. Уны аҙ ғына сафландырыу, дымлылыҡты арттырыу өсөн лимон ҡабығы һалып һыу ҡайнатығыҙ ҙа, аҙ ғына утта тотоп, бер аҙ быу сығарып алығыҙ. Әммә быны кискеһен, айырыуса йоҡлар алдынан эшләү кәңәш ителмәй, сөнки лимондан таралған эфир майҙары организмды ҡуҙғытып ебәрәсәк һәм йоҡларға ҡамасаулаясаҡ.
Фото Интернеттан.
kurai.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"