Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 23:15

Мәңге йәшә, туған телем!

Барлыҡ белем усаҡтарындағы кеүек, Бишбүләк 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә Халыҡ - ара туған телдәр көнө үткәрелде. Был байрам айҡанлы бер нисә сара булып үтте.

“Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән йәнәшә урынлашҡан мәктәптә бөгөн ун милләт вәкиленән булған 567 бала уҡый. Башҡа фәндәр менән бер рәттән, үҙ туған телдәрен өйрәнгән уҡыусылар был көндә рус, сыуаш, башҡорт, татар телендә диктант яҙҙы.
Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Бына ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын киләһе быуындарға еткереү йәһәтенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары –Алия Зәйет ҡыҙы Нуриева, Вельмира Зәки ҡыҙы Ғатауллина, Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова көс һала. Әйтергә кәрәк, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, 2-11 класс уҡыусылары араһынан 60 бала өйрәнә.
Халыҡ-ара туған тел көнөндә үтәсәк диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланғайны. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлыҡлы генералы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды. Бишбүләк 1-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вельмира Зәки ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар, йәмғеһе 27 кеше диктант яҙып, үҙ белемдәрен һынап ҡараны. Мөһим сарала ҡатнашҡан һәр кем үҙенең туған телен ҙурлауын, һөйөүен, ҡәҙерләүен белдерҙе.
Эйе, туған тел әсә һөтө менән ҡаныбыҙға һеңгән. Әсә теле донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем биргән ғәзиз тел. Ул башҡа телдәрҙе белергә юл асҡан. Тамаша залында дауам иткән байрам сараһы ла башҡорт, татар, сыуаш, рус телендә сәләмләүҙән башланды. Уҡыусылар бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелеп, туған тел, әсәйҙәр, тыуған ер тураһындағы шиғырҙарын һөйләне. З.Биишева, Р.Ғариповтың шиғырҙары башҡортса ғына түгел, башҡа телдәрҙә лә яңғыраны. Һәр кемдең күңел түрендә һаҡланған шиғырҙар көй-моңдар, йырҙар менән үрелеп барҙы..Байрам тантанаһында уҡыусыларҙың юғары оҫталыҡ менән сығыш яһауҙары туған телебеҙҙең ысын мәғәнәһендә мәңгелек йыр булып быуындан-быуынға күсә барған ҡиммәтле рухи хазинабыҙ барлығын тағын бер тапҡыр раҫланы.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.
Читайте нас: