Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 09:55

Президент банк комиссияһына ҡаршы

Ил етәксеһе Владимир Путин торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе башҡарғанда банк комиссияһын өҫтәп алыуҙы тыйыу фекере менән риза.

Президент “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе менән осрашыу мәлендә Сергей Неверов индергән ошо тәҡдимде хуплауып белдерҙе.

Бөгөнгә көндә банктар үҙ хеҙмәте өсөн түләү суммаһына 0,5 – 2 процент комиссия ҡуша. Был халыҡ иңенә өҫтәмә йөк булып ята. Дәүләт Думаһы депутаты белдереүенсә, Үҙәк банк инициативаны тулыһынса хуплай. Ул Торлаҡ кодексына төҙөтмәләр йәки ҡайһы бер закондарға үҙгәрештәр индереү юлы менән хәл ителеүе ихтимал.

#ВладимирПутин

https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/
Читайте нас: