Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 12:50

Ҡалдыҡтарҙы “Мега”ла ҡабул итәләр

Өфөлә сорттарға айырылған ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү пункты эшләй башланы. Ул Рубежная урамындағы «МЕГА» сауҙа үҙәге һәм ИКЕА магазины янында урынлашҡан.

Пункт тест режимында инде ике аҙна эшләй, һәм был ваҡыт эсендә халыҡтан 267 килограмм төрлө ҡалдыҡтар йыйылған. Бында 12 төрлө фракция ҡабул ителә: батарейкалар, лампочкалар, өй текстиле, ҡаты пластик, быяла, ҡағыҙ, ҡатырға һәм алюминий банкалар. Беренсе тапҡыр Өфөлә был фракцияларҙы бер урында һәм теләһә ҡайһы ваҡытта тапшырырға мөмкин - пункт тәүлек әйләнәһенә эшләй. Икенсел сеймалды тапшырғанда мөһим шарт: ул таҙа һәм сорттарға айырылған булырға тейеш.
Ил башлығы Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Экология" милли проекты сиктәрендә ойошторолған был эш тыуған еребеҙҙең табиғәтен һаҡларға, яҡларға ярҙам итә.
omet-rb.rbsmi.ru

Читайте нас: