Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 13:40

Фольклориадаға әҙерлек башланды

Быйыл республикала ҙур мөһим сараның уҙыуы көтөлә

18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ Мәҙәни Олимпиада булараҡ ойошторолған сараға 80-гә яҡын илдән өс меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Республика әлегә шартлы рәүештә 9 фестиваль округына бүленгән. Район һәм ҡалаларҙа 70 майҙансыҡ әҙерләнә. Концерттар ҡуйыласаҡ, шулай уҡ күргәҙмә, йәрминкәләр ойоштороласаҡ, милли уйындар үткәреләсәк.

Ҡунаҡтарҙың республикабыҙҙың төрлө райондарына ла буласаҡ. Фольклориаданы ҡабул итеү оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ икәнен иҫәпкә алғанда, бындай мөһим сараға бөгөндән әҙерлек талап ителә.

Башинформ.

Читайте нас: