Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 12:15

3 382 подъезд ремонтланырмы?

Ағымдағы йылда Башҡортстанда 3 382 күп фатирлы йорт подъезын ремонтлау планлаштырыла, тип хәбәр ителә республика Башлыгы уздырган оператив киңәшмәдә.

Подъездар исемлеге муниципалитеттар менән берлектә формалаштырылған.
Башҡортостандың региональ операторы йәмғеһе 2 591 подъезды техник тикшереү үткәргән һәм 1 897 объект буйынса смета төҙөгән. Подъездарҙың беренсе яртыһында төзелеш-монтаж эштәренә сығыу 24 мартта, икенсеһендә 30 апрелдә планлаштырыла.
Уҙған йылда Башҡортостан Башлығы башланғысы менән эшләнгән программа сиктәрендә 3 697 подъезд ремонтланған. Тағы 303 стандарт булмаған подъезда ремонт ваҡытында тамамланмаған. Әлеге ваҡытта Өфөнөң ике йортонда һигеҙ подъезд ҡалған, тип хәбәр ителә Торак-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбугат хеҙмәтендә.
Ремонт 1151 күп фатирлы йортта уҙасаҡ. Эш төрҙәрен, уҙған йыл тәжрибәһен иҫәпкә алып, тулыландырырға ҡарар ителгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: