Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 11:55

Балыҡлы табынға рәхим итегеҙ

Балыҡты нисек кенә әҙерләһәң дә, тәмле килеп сыға. Сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ.

Аҡ балыҡты соуста әҙерләп ҡарайбыҙ. Бының өсөн 800 грамм балыҡ ите (филе), 50 грамм аҡ май, 250 миллилитр 20 процентлыҡ һөт өҫтө, ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы гәрсис, тоҙ, борос, йәшел һуғандың төбө, лимон, петрушка кәрәк.
Тәүҙә балыҡ итен формаға һалабыҙ. Өҫтөнә тоҙ, борос һибәбеҙ. Шунан иретелгән аҡ майға һөт өҫтөн, һарымһаҡ, гәрсис, тоҙ ҡушып болғатырға. Соус килеп сыға. Артабан балыҡҡа ваҡлап туралған һуғанды һәм соусты өҫтәйбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Әҙер булғас, ваҡлап киҫелгән петрушка һәм лимон менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: