Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 17:15

Музыканың һаулыҡҡа тәьҫире

Сәләмәтлек өсөн иң файҙалыһы – Моцарт әҫәрҙәре. Улар көсөргәнешлекте кәметеү, баш ауыртҡанда, стресстан ҡотолоу өсөн дә, ауырыуҙарҙан һауығып килеүселәргә лә, экстремаль хәлдәрҙән һуң да файҙалы.

Ғалимдар раҫлауынса, теге йәки был әҫәр ниндәй ҡоралда уйналыуынан да уның организмға булған тәьҫире айырыла. Мәҫәлән, кларнет ҡан әйләнешенә, ҡыллы инструменттар – йөрәккә, флейта - үпкә, бронхыларға, альт – нервы системаһына файҙалы йоғонтоһо билдәле.
Классик музыка әҫәрҙәренән башҡа, тәбиғәттәге тауыштар ҙа алыштырғыһыҙ.
Диңгеҙ тулҡыны, усаҡ янған тауыш, япраҡ шауы, сиңерткә сырылдауы, һандуғас һайрауы – былар көсөргәнешлекте кәметеүсе күренештәр.
Иммунитетты күтреү өсөн тауҙарҙағы ҡайтауаз, урман-ҡыр тауыштары ярҙам итә.
Йоҡоһоҙлоҡтан ямғыр тауышы, япраҡтар шаулауы ҡотҡарыр. Көйәҙ турғай (славка) һайрауы дәртләндерә, кәйефте күтәрә.
Кенәри, миләш барҡылдағы, алағанат турғай, һоло турғайы һайрауы аритмияны кәметергә, йөрәк тибешен нормалләштерергә ярҙам итә.
Һары турғай, ҡупшы турғай тауыштары бөтә организм эшсәнлеген яҡшырта.
Һандуғас һайрауы өйрәк, торна, кәкүк, ҡыҙылтүш тауыштары тынысландыра, кәйефте күтәрә./
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: