Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 11:45

Владимир Путин ҡоралһыҙ үҙоборона тураһында һөйләне

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Сочиҙа булды. Ул "Ледяной куб" спорт комплексына ла инеп сыҡты.

Бында беренсе тапҡыр хәрби самбо лигаһы чемпионаты үтте. Йәш спортсылар ил башлығы алдында һынатманы былай.

Владимир Путин, үҙе лә спорт яратыусы кеше булараҡ, байтаҡ сараларҙа шәхсән үҙе ҡатнаша, хоккейҙа уйнағанын, голдар индергәнен үҙебеҙ күргәнебеҙ бар.

Самбоны ла бик ярата, күрәһең, еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә түбәндәгеләрҙе һөйләне (Кремль сайтынан стенограмма):

- Самбо – самооборона без оружия. Это единоборство, которое стало яркой, понятной для сотен тысяч людей, а может быть, и для миллионов людей визитной карточкой нашей национальной физической культуры и спорта.

Сегодня самбо перешагнуло наши национальные границы, культивируется в 84 странах мира на всех континентах. Самбо всегда изначально состояло из двух разделов: спортивного и боевого. Боевой раздел развивался незаметно, тихо, спокойно, как специальный вид подготовки спецподразделений разведки, контрразведки, Министерства обороны.

Эйе, бөгөн егеттәр, ҡыҙҙар спорт төрҙәренең һәр ҡайһыһына ҡыҙыҡһыныу белдереп ҡарай. Әлбиттә, уларҙы бушлай күнектереүселәр юҡ. Әммә йәштәрҙе был туҡтатмай шикелле. Әлеге хәрби самбо ла массакүләм кимәленә әйләнә бара. Йәғни спорттың күп кеше шөғөлләнгән төрөнә әйләнә. Иң мөһиме, хәрәкәттә - бәрәкәт. ҡыбырлаһындар ғына. Юҡһа, компьютер, айфон, смартфондар йәш быуынды "ултыртып" ҡуйҙы...

#ВладимирПутин

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в