Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2020, 19:15

Помидор ултырттығыҙмы әле?

Беҙҙең климат шарттарында үҫә торған сорттарҙы барлайбыҙ.

Беттa F1
Бик иртә, 75 көндә өлгөрә торған сорт. Һалҡынға бирешмәй, бик тәмле, артыҡ эре түгел.
Сaнькa F1
Бик яҡшы гибрид, яҡынса 80 көндә өлгөрә. Эре, итле помидор.
«Москвич» сорты. Ул 80 көндә өлгөрә. Аҫҡы һабаҡтарын да өҙөргә, таяҡ бәйләргә кәрәкмәй.
«Монгольский карлик», «Драгоценность» сорттары тиҙ өлгөрә. Тәрбиәләүе еңел. Әле ултыртһағыҙ, июлдә уңыш йыйырға мөмкин.
«Взрыв», «Сладкий мой», «Бедуин», «Желтоплодный золотой», «Драгоценность», «Русский любительский сладкий», «Розовый гигант» сорттары мул уңыш бирә. Салат өсөн тәмле.
«Бычье сердце» (гибрид). Сиргә бик бирешеп бармай. Ҡоролоҡ булғанда ла яҡшы үҫә. Помидорҙар эре, итләс була.
«Дамские пальчики» – иң әрһеҙ сорт. Һалҡындан да, оҙайлы ямғырҙарҙан да ҡурҡмай. Ҡышҡылыҡҡа тоҙлау өсөн яҡшы.
«Ракета» сорты помидорҙарының формаһы ла уға оҡшаш. Тоҙлау өсөн тәғәйенләнгән.
«Белый налив» сорты һалҡынға сыҙамлы. Һабағы ярты метрға тиклем етә. Помидоры итләс, фитофторозға бирешмәй.
Орлоҡ һайлағанда, ҡасан өлгөрөүен иҫәпкә алағыҙ. Көньяҡта үҫергә яраҡлашҡандар йәй буйына буйға үҫә лә, август баштарында емешкә төймәләнә башлай.
Помидор сәсеү өсөн 1,5, 6, 4, 14, 17, 18, 22, 28 март уңайлы көндәр.
Читайте нас в