Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2020, 13:35

Банк картаһынан аҡса урлауҙың яңы ысулы

Банк картаһынан аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан мутлашыусылар. Уларның тоҙағына эләкмәҫ өсөн алдан уҡ "ҡоралланып" ҡуйығыҙ. Юғиһә, аҡсағыҙҙы күҙ алдығыҙҙа алып китәсәктәр.

Мошенниктарҙың яңы ысулы, тәү ҡарашҡа, бик ябай. Тик ҡаушап йәки ҡурҡып ҡалып, аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағыуың да бар.
Мутлашыусылар банкоматҡа сиратҡа килеп баҫа. Һеҙҙең алда торған клиент картаһын банкоматта "онотоп" ҡалдыра. Һеҙи уны автомат рәүештә тартып сығарһығыҙ, ә унан һуң хужаһы онотолған картаһы артынан шунда уҡ ҡабат әйләнеп килә, балансын тикшерә һәм һеҙҙе уның картаһынан бер нисә мең һум аҡсаһын алыуҙа ғәйепләй.
Был ваҡытта аҡсаһын урлағандар тип һөрән һалыусының һүҙҙәрен раҫлаусы "шаһит" пәйҙә була. Ул, әлбиттә, мошенниктың дуҫы. Улар һеҙгә янай башлай һәм «урланған» аҡсаны тиҙ генә кире ҡайтарып бирергә ҡуша. Ошо мәлдә ҡаушап ҡалып, үҙ аҡсаһын биреүселәр ҙә була икән.
Бындай хәлдә психологик баҫымға бирелмәҫкә, ә полиция саҡыртырға кәңәш итәбеҙ, сөнки банкоматтарҙа камералар бар, ә карталағы барлыҡ операциялар банк тарафынан теркәлә.
Фото: интернеттан
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: