Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 12:10

Һүҙ көсө тураһында риүәйәт

Йәшәгән, ти, бер егет. Бик ҡыҙыу, тотанаҡһыҙ булған ул.

Кешегә әйткән һүҙенең аҙағын уйламаған. Тәүҙә ошо холҡо менән ҡупырайған да ти хатта: “Мин бик тура һүҙлемен, шуға мине бик яратмайҙар”, - тип.
Әммә тиҙҙән ул эргә-тирәһендә бер кем ҡалмағанын күргән дә, хафаға ҡалған. Атаһына кәңәш һорарға килгән.
  • Бына һиңә бер тоҡсай ҡаҙау. Асыуыңды тыя алмай, әйткән һәр насар һүҙең һайын ошо бағанаға ҡағып барырһың, - тигән.
  • Тәүге көндә егет ҡаҡҡан ҡаҙау бер нисә тиҫтәгә еткән. Икенсеһендә кәмерәк булған. Шулай көндән-көн кәмегән. Йәш кеше бағанаға сөй ҡағыуға ҡарағанда телде тыйыу күпкә еңелерәк икәнлеген аңлаған.
    Шул хаҡта атаһына әйтергә килгән.
    Атаһы:
    • Ә хәҙер кешегә ауыр һүҙ әйтеүҙән тыйыла алған һайын берәр сөйҙө һурып ал, - тигән.
    • Шулай бер көн бағанала бер сөйҙә ҡалмаған.
      Егет тағы ҡыуанып атаһына килгән.
      Атаһы:
      • Бик яҡшы, улым. Тик ҡара әле, бағанала күпме тишек ҡалды? Ул инде хәҙер бер ҡасан да элеккесә булмаясаҡ. Кешегә әйткән насар һүҙ ҙә күңелде ошолай яралай. Һин ни тиклем ғәфү үтенһәң дә, уның эҙе ғүмерлеккә ҡала...
      • Читайте нас: