Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 11:30

Ҡолағығыҙға ишетелгәндер...

Күңелле үтһен ялығыҙ!

– Асығыҙ, һеҙҙе полиция борсой!
– Өйҙә бер кем дә юҡ!
– Ә мин кем менән һөйләшәм?
– Ҡолағығыҙға ишетелгәндер.
– Ә ни эшләп утығыҙ яна?
– Хәҙер һүндерәм.
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Ҡатыным йыл һайын яңы тун һорап йонсота.
– Шул тиклем тунды нимә эшләтә һуң?
– Белмәйем. Әлегә берҙе лә алып биргәнем юҡ.
* * *
Улы – атаһына:
– Ерҙең түңәрәк формала булыуын ҡайҙан белгәндәр икән?
– Шуны ла белмәйһеңме ни? Глобусты бер ҙә күргәнең булманымы әллә?
***
Йәш адвокат атаһына ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
– Атай, һин 20 йыл буйына алып барған эшеңде тамамланым һәм судта еңдем.
Атаһы:
– Алйот һин, улым. Мин ошо эште 20 йыл буйына һуҙып, һеҙҙең тамағығыҙҙы туйҙырҙым.
***
Рәмил бер бай ғына кешенең ҡыҙына өйләнгән дуҫына ҡунаҡҡа килә.
Ҡатынын күргәс, шыбырлап ҡына һорай икән:
– Бындай ҡурҡыныс ҡыҙға нисек өйләндең? Күҙҙәре ҡылый, аҡһаҡ, тотлоға…
– Ҡысҡырып һөйләһәң дә була, барыбер ишетмәй ул…
* * *
– Доктор, ҡатыным сей ризыҡ организмға файҙалы, ти.
– Минең ҡатыным да бе­ше­ренергә яратмай.
****
Дуҫтар байрам итә.
– Марат, һин ишекте яптыңмы?
– Яптым.
-Йоҙаҡҡа бикләнеңме?
–Эйе.
– Егеттәр, Маратҡа бүтән һалмағыҙ, беҙ бит палаткала.
"Йәшлек" гәзитенән алынды.
Читайте нас: