Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 11:30

Роботтар “эш башланы”

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативының Һамар бүлексәһендә Голландиянан килтерелгән роботтарҙы монтажлау эштәре алып барылғайны. Күптән көткән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы үҙ ишектәрен асты.

Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, “Роботекс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Ҡарабаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашҡан.
Хужалык етәксеһе Раил Фәхрисламов белдереүенсә, Даниянан килтерелгән "голштин" тоҡомло таналар Әбйәлил ерен үҙ иткән. Әле таналарҙың быҙаулаған осоро, бөтәһе 170 быҙауҡай алынған инде.
Яҡты һәм йылы бинала ҡара-сыбар малҡайҙарға бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техникаһы таҙарта. Яңы сафҡа ингән комплекста бөтәһе алты робот урынлаштырылған. Әле уларҙың 4-һе көн дауамында 200-гә яҡын тананы һауып өлгөрә. Робот һыйыр һауа, робот аҙыҡ тарата, робот аҫтын таҙарта, тип әйтергә генә ҡала...
https://moradim.rbsmi.ru/
Читайте нас: