Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
1 Марта 2020, 07:45
Март айына һынамыштар
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"