Дим буйҙары
+21 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
3 Марта 2020, 06:59
Мәктәп директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған
Өфө районының бер мәктәбенең элекке директорына ҡарата 16 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2016-2018 йылдарҙа директор хеҙмәткәрҙәргә стимуллаштырыусы түләүҙәрҙе иҫәпләүҙе ойошторған. Законлы рәүештә алынған премияларҙың бер өлөшөн ул, йәнәһе мәктәп ихтыяждарына тип, уға ҡабат ҡайтарыуҙы талап иткән.
Был тәҡдимгә хеҙмәткәрҙәр ризалашҡан һәм талап ителгән сумманы тапшырған. Аҡсаны директор үҙе теләгәнсә тотонған. Күрһәтелгән осорҙа уның тарафынан барлығы 300 мең һумдан ашыу аҡса алынған.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә, улар элекке директорҙың енәйәт эштәренең һәр эпизоды буйынса дәлилләү базаһын йыйыуға һәм анализлауға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото Интернеттан.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"