Уның әйтеүенсә, юлдарҙың торошо урлашыу, мутлашыу менән бәйле түгел. Башҡортостанда тәбиғәт шарттары ҡырыҫ, һауа температураһы йә күтәрелә, йә төшә. Был үҙ сиратында асфальт ҡатламының ваҡытынан алда сафтан сығыуына килтерә. Республика башлығы муниципаль берәмек башлыҡтарына юлсыларҙан команда төҙөргә һәм ямалырға тейшле соҡорҙарҙы бергәләп теркәргә ҡушты. Тик үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтәм, тип етешһеҙлектәрҙе йәшереү дөрөҫ түгел, баһалау кимәле башҡасараҡ буласаҡ, тине Радий Фәрит улы.
Соҡор-саҡырлы юлдар автомобилдәрҙең боҙолоуына ла, аварияларға килтерә. Юл йөрөү хәҙер водителдәрҙән ҡағиҙәләрҙе белеүҙе генә түгел ныҡлы иғтибар ҙа, сослоҡ та талап итә. Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ соҡорҙарҙы күреп өлгөрөргә лә, урап үтергә лә кәрәк, шул уҡ ваҡытта башҡа автомобилдәргә лә бәрелмәү шарт.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Юл селтәре” төбәк проекты буйынса республикала быйыл 319,78 км асфальт-бетон япмаһын ремонтлау планлаштырыла.