Подъездарҙы ремонтлау программаһы тулыһынса республика hәм муниципаль бюджеттарҙан финанслана. Уның ярҙамы менән 2019 йылда Үҙәк урамы буйынса 10-сы һанлы йорт, Yҙәк урамы буйынса 69-сы йорт hәм Юбилей урамы буйынса 5-се һанлы йорт подъездары ремонтланды. Ағымдағы йылда, дөйөм милек биналарына (баҫҡыс ситлектәре, лифт hәм фартир алды холдарына) капиталь ремонт үткәреү программаһы буйынса, Бишбүләктә, Yҙәк урамы буйынса 71-се йорттың ике подъезында hәм Юбилей урамы буйынса 11-се йорттоң өс подъезында ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Бер подъезды ремонтлауҙың иң ҙур хаҡы — 230 мең һум. Ремонттың нисек уҙғарылыуы, подрядсы халыҡ менән бәйләнешкә инеүе, аңлатыу эштәре алып барылыуы — быларҙың барыһы ла һөҙөмтәле булыр, тип ышанғы килә.