Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2020, 13:25

«Минең пациенттар иң яҡшылары»

Уның тураһында бик яҡшы фекерҙәләр, уның хөрмәтенә шиғырҙар яҙалар hәм яғымлы итеп «Аҡ фәрештә», тип атайҙар.

Велэра Рәмил ҡыҙы Гәрәеваны Дүсән ауылында йәшәүсе hәр кем белә. Ул иҫ киткес ауыл фельдшеры, барлыҡ ауыл халҡының сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Уға ярҙам һорап киләләр, ә ул, үҙ сиратында, барыһына ла айырмайынса тәүге медицина ярҙамы күрһәтәсәк, hәм ҡайһы берҙә кәңәштәре менән дә ярҙам итәсәк. Велэра Рәмил ҡыҙы инде биш йыл Дүсән ФАП-ында фельдшер булып эшләй, уның хеҙмәт күрһәтеү зонаһында 330 кеше йәшәй. Был ваҡыт эсендә ул ауыл халҡының хөрмәтен яулаған, бик күп пациенттар уға рәхмeтле. Ул үҙе лә уларҙың ҡәҙерен белә.
- Минең пациенттарым иң яҡшыһы! — ти Велэра Рәмил ҡыҙы. Һәр иртәлә Велэра Гәрәева Айыт — Дүсән маршруты буйынса юлда осраған машина менән эшкә килә, сөнки үҙе Айытта йәшәй. Башта ул ун йыл Айыт дауаханаһында эшләй, ә 2014 йылда Айыт табиплыҡ амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы Нәфисә Рәйес ҡыҙы Арыҫланова кәңәше менән 21-се дауахана ҡаршыһындағы БР «Квалификация күтeреү үҙәге» өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт автоном учреждениеһында фельдшер квалификацияһы ала. Ул көн оҙоно бихисап эштәр башҡара: ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, өйгә саҡырыуҙар, профилактик тикшереүҙәр hәм актив патронаждар, төрлө процедуралар. Бынан тыш, ул барлыҡ кәрәкле медицина документтарын тәртипкә килтерергә лә өлгөрә, ФАП-ты ла таҙа һәм тәртиптә тота, килеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Велэра Рәмил ҡыҙы Айыт ауылында тыуып үҫкән. Айыт урта мәктәбен тамамлап, Бәләбәй медицина училищеһына уҡырға инә һәм шәфҡәт туташы дипломы ала. Тыуған ауылына ҡайтҡас, Айыт дауаханаһына эшкә урынлаша. Бында ул буласаҡ тормош иптәше Динар Фатих улын осрата, улар бөгөнгәсә бәхетле никахта йәшәй. Гәрәевтарҙың өс улы бар. Уларға лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Уларҙың өсөһө лә Илдар Ғимаев исемендәге хоккей клубының тәрбиәләнеүселәре hәм иң яҡшы уйынсылары иҫәбендә, шулай уҡ райондың «Олимп» командаһы составында уйнайҙар. Өлкән улдары Линар клубта биш йыл шөғөлләнгән, «Алтын алҡа - 2013» клубының зона ярыштарының иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, тип танылған, Илдар Ғимаев исемендәге премия стипендиаты булған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Рәсәй Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, хeҙер вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Уртансы улдары Илнар И.Ғимаев исемендәге хоккей командаһында дүртенсе йыл уйнай. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Г.Ш. Сәмиғуллин иҫтәлегенә арнап уҙғарылған алҡалы хоккей буйынса район-ара ярыштарҙа иң яҡшы уйынсы булған. Кесе улдары Илнур ҙа хоккей командаһында беренсе йыл шөғөлләнә һәм уңышҡа тәүге аҙымдарын яһай. Малайҙар мәктәптә яҡшы өлгәшеүҙәре менгән дә айырылып тора, шуға күрә ата-әсәләренә ғорурланырлыҡ урын бар. Велэра Рәмил ҡыҙы үҙен бик бәхетле кеше, тип һанай, сөнки уны өйҙә яратҡан ғаиләһе көтә. Ғаиләгә мөхәббәт hәм ярҙам итеү һәм эштә танылыу — бәхет шул тyгелме?!
Айгөл Гәрәева.
Фото Велэра Гәрәеваны шәхси архивынан.
Читайте нас: