1-се ҡатлам – тоҙло һыуҙа бешкән тауыҡ түшен шаҡмаҡлап турап тәринкәгә йәйәйбеҙ.
2-се ҡатлам – ваҡлап туралған һуған (әсеһен сығарыр өсөн ҡайнар һыуҙа бешекләп алырға була), өҫтөнә майонез яғабыҙ,
3-се ҡатлам – ҡырғыстан сығарылған ҡыяр,
4-се ҡатлам – ваҡлап туралған ҡара емеш.
5-се ҡатлам – ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа,
6-сы ҡатлам – ваҡланған әстерхан сәтләүеге,
7-се ҡатлам – биҙәү өсөн петрушка.
Салаттың һәр ҡатламына әҙ-әҙләп майонез яғып барабыҙ.
Әҙер салатты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.